Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Март 2021, 13:15

“Нефтекамала эшләнгән” реестры тулыланасаҡ

Бишенсе “Эшҡыуар сәғәте”ндә быйыл ике проект ҡаралды. Беренсеһе көнкүреш техникаһын ремонтлау һәм запчастар һатыу хеҙмәттәрен киңәйтеүгә ҡағылһа, икенсе проект урам киңлектәрен булдырыу өсөн архитектура бетоны эшләнмәләрен етештереүгә ҡағылышлы булды.

Беренсе проект буйынса эшҡыуарҙар йыһаздар һатып алғанда субсидияға эйә булыу, муниципаль бинаны ҡуртымға алыу, муниципаль милекте һәм мөлкәтте ҡуртымға алғанда ташламалар ҡулланыу, шулай уҡ “Нефтекамала эшләнгән” реестрына инеү мөмкинселеге алыу кеүек ярҙам саралары һораны.
Икенсе эшҡыуар кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға эшләнгән вазондар тәҡдим итте, шулай уҡ модулле эскәмйәләр, хәрефтәр һәм һандар етештерәсәген әйтте. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн ул, тәүге эшҡыуар кеүек үк, хакимиәткә дәүләт ярҙамы саралары һорап мөрәжәғәт итте.
Хакимиәт башлығы Ратмир Мәүлиев ҡаралған проекттарҙы хупланы.
Читайте нас: