Нефтекамала туғыҙ күп балалы әсә ҡаланың Ғаилә хеҙмәте үткәргән проектта ҡатнашты. Ул ике өлөштән торҙо, беренсеһе психологик тренинг булһа, икенсеһе — матурлыҡ салонына барыу.
Психологик тренинг бер нисә сәғәт дауам итеп, уның барышында ҡатнашыусылар үҙҙәренең серҙәре, йәшәү тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Ә проекттың икенсе өлөшө матурлыҡ салонында дауам итте. Сараның партнерҙары — маникюр, визаж һәм сәс матурлау оҫталары әсәйҙәргә бушлай хеҙмәт күрһәтте.
Был проект Нефтекама ҡалаһы Ғаилә хеҙмәте тарафынан башлап үткәрелде, һәм, моғайын, һуңғыһы булмаҫ, сөнки Ғаилә хеҙмәте белгестәре күп балалы әсәләр өсөн бындай сараларҙың мөһимлегенә инанды.