Общие статьи
23 Марта 2021, 05:15

Нефтекамала яңы проекттар тәҡдим иттеләр

Нефтекама ҡала хакимиәтендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә эшҡыуарҙар фигуралы шыуыу секцияһы һәм Сәләмәтлек һуҡмағы территорияһында тарихи объекттар булдырыу проекттарын тәҡдим итте.

Нефтекама ҡала хакимиәтендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә эшҡыуарҙар фигуралы шыуыу секцияһы һәм Сәләмәтлек һуҡмағы территорияһында тарихи объекттар булдырыу проекттарын тәҡдим итте.
Эшҡыуар ҡалала фигуралы шыуыу секцияһын “ТОРОС” спорт һарайы базаһында ойошторорға тәҡдим итте. Хакимиәт башлығы Ратмир Мәүлиев был тәҡдимде хуплап, бындай секция спорт мәктәбе базаһында асылырға планлаштырылыуын, шуға күрә, проект буйынса фекер алышыуҙар буласағын билдәләп үтте.
Икенсе проект буйынса Р.Ғ. Кузеев исемендәге этнологик тикшеренеүҙәр институты хеҙмәткәре Сәләмәтлек һуҡмағы территорияһында тарихи объекттар булдырыу тәҡдиме менән сыҡты.
Әлеге тәҡдим дә ҡала хакимиәте тарафынан хупланды һәм эшкә ҡабул ителде.
Читайте нас