Общие статьи
26 Март 2021, 05:25

Нефтекама яҙғы ташҡынға әҙерләнә

Нефтекамала ағымдағы йылда яҙғы ташҡынды үткәреү барышында авария хәлендәге хәлдәрҙе бөтөрөү өсөн билдәләнгән ҡала округы көстәре һәм сараларының әҙерлегенә смотр үткәрелде.

Нефтекамала ағымдағы йылда яҙғы ташҡынды үткәреү барышында авария хәлендәге хәлдәрҙе бөтөрөү өсөн билдәләнгән ҡала округы көстәре һәм сараларының әҙерлегенә смотр үткәрелде.
Бөтә техниканы ҡарап ҡына ҡалманылар, ә уларҙың эш торошон да ентекләп тикшерҙеләр. Махсус транспорт ташҡын һөҙөмтәләрен теләһә ҡайһы минутта бөтөрөргә әҙер булырға тейеш. Сөнки быйыл һауа торошо бик күңелһеҙ хәлдәр килтереп сығарырға мөмкин.
Яҙғы ташҡын осоронда ҡала округының хәүефһеҙлек һағында 69 берәмек техника — крандар, экскаваторҙар, автовышкалар, тейәгестәр, һыу транспорты — ҡатнашасаҡ. Уларҙың бурысы — ерҙә һәм һыуҙа һәләкәттән ҡотҡарыу эштәрен башҡарыу.
Читайте нас