Һеҙ ҡасан да булһа терраса менән һәм черепица кеүек түбәле сыйырсыҡ ояһы күргәнегеҙ булдымы? Йәки ағас олоно рәүешендә эко-сыйырсыҡ ояһы? Ғомүмән, ғәҙәти эш — сыйырсыҡ ояһы яһау — тотош бер сәнғәткә әүерелергә мөмкин тип кем уйлай алыр ине.
Бына ошоларҙы беҙ үткән ял көндәрендә Николо-Березовка ауылының Еңеү паркында район тарихында тәүге тапҡыр үткән “Өй туйы менән, ҡанатлы дуҫтар!”сыйырсыҡ оялары конкурсында күрә алдыҡ. Район музейы ойошторған был сарала төрлө сыйырсыҡ оялары менән 24 конкурсант ҡатнашты.
Мәҫәлән, Яңы Бура ауылынан Калетовтар ғаиләһе ағас олоно рәүешендә эко-сыйырсыҡ ояһы тәҡдим итте. “Ояны бергә яһаныҡ, шулай ҙа иң күләмле өлөшөн ғаилә башлығы эшләне”, — тине улар.
Ә бына Иҫке Бөртөк ауылынан Хужиәхмәтовтар заманса оя эшләгән — терраса менән һәм черепица кеүек түбәле.
Ҡоштар көнөнә арналған тематик сарала конкурс һөҙөмтәләре иғлан ителде. Калетовтар, Фәррәховтар, шулай уҡ Сәйпушевтар (Яңы Бура ауылы), Анатолий Сайтиев (Ишмәт ауылы) еңеүсе булды.
Ҡанатлы дуҫтар өсөн яңы йорттарҙы Еңеү паркында урынлаштырҙылар.