Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Май 2021, 19:46

Проекттар үтәлеше өҙөлмәйәсәк

Быйыл “Һаулыҡ һаҡлау” проектын финанслауҙың дөйөм күләме 2,5 миллиард һум тәшкил итәсәк. ”Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы көрәш” һәм “Онкологик сирҙәргә ҡаршы көрәш” төбәк проекттары буйынса медицина ҡорамалдары алыуға 90 проценттан ашыу контракт төҙөлгән.

Быйыл “Һаулыҡ һаҡлау” проектын финанслауҙың дөйөм күләме 2,5 миллиард һум тәшкил итәсәк. ”Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы көрәш” һәм “Онкологик сирҙәргә ҡаршы көрәш” төбәк проекттары буйынса медицина ҡорамалдары алыуға 90 проценттан ашыу контракт төҙөлгән.
“Беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү” төбәк проектын тормошҡа ашырыу барышында айырыуса фельдшер-акушерлыҡ пункттарын кадрҙар һәм тейешле медицина ҡорамалдары менән тәьмин итеүгә ҙур иғтибар биреләсәк.
- 2020 йылда федераль бюджет иҫәбенә төҙөлгән 82 ФАП-тың 59-ы һәм өс табиплыҡ амбулаторияһы медицина эшмәкәрлегенә лицензия алды, тағы ла алты фельдшер-акушерлыҡ пунктының документтары әҙерләнгән, - тип белдерҙе яңыраҡ һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Йәнекәева.
Быйыл “Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы көрәш” проектына ярашлы, ҡан тамырҙары үҙәктәре һәм беренсел ҡан тамырҙары бүлексәләре өсөн 32 ҡорамал алынды. Онкология бүлексәләре ун заманса ҡорамал менән йыһазландырылды, дүртеһе айырыуса ҡиммәтле – уларҙы урынлаштырыу өсөн бүлмәләрҙе махсус әҙерләү талап ителә. “Балалар һаулыҡ һаҡлау тармағын үҫтереү” һәм “Берҙәм һанлы контур” проекттарын тормошҡа ашырыу билдәләнгән срокта дауам итә, тип белдерҙе етәксе.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, 2024 йылға һаулыҡ һаҡлау ойошмалары алдына ҙур бурыстар ҡуйылған. Хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡ араһында үлем күрһәткестәрен кәметеү, медицина ойошмаларында кадрҙарға ҡытлыҡты бөтөрөү, тәүге медицина ярҙамынан һәр кемдең файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу – ошо мөһим бурыстарҙың бер нисәһе генә.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Читайте нас