Ҡурай
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Май 2021, 13:55

Нефтекамала “Территория-102” уҡытыу форумы үтте

“Октава” үҫмерҙәр клубтары берләшмәһендә “Территория-102” уҡытыу форумы үтте. Йәштәр эштәре буйынса комитет белгестәре йәштәр менән эшләргә һәм команда менән идара итергә өйрәнһә, ҡала һәм яҡын-тирә райондарҙың йәш активистары волонтерҙар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре булырға өйрәтеүсе курстар үтте, муниципалитеттарҙа социаль әһәмиәткә эйә булған мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн проекттар төҙөнө.

Башҡортостан Республикаһында Рәсәй йәштәр союзы вәкилдәре йәштәр эштәре комитеттары белгестәре һәм республиканың төньяҡ-көнбайыш төбәгенең әүҙем йәштәре өсөн ике көн дауамында тренингтар үткәрҙе. Форумда ҡатнашыусылар тренерлыҡ эшмәкәрлеге, социаль проекттар булдырыу һәм грант конкурстарына ғаризалар әҙерләү нигеҙҙәрен өйрәнде.
Бындай форумдар республиканың тағы ла биш төбәгендә үтте. Сараны ойоштороусыларҙың маҡсаты — республиканың бәләкәй ҡалаларынан булған йәштәргә йәмәғәт эшмәкәрлегендә һәм үҙ проекттарын тормошҡа ашырыу өлкәһендә тейешле дәрәжәгә күтәрелергә ярҙам итеү.
Читайте нас