Общие статьи
8 Мая 2021, 09:05

Нефтекамала эшҡыуарҙарға ярҙам итәләр

Нефтекамала быйыл ун бишенсе тапҡыр үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ике проект ҡаралды.

Нефтекамала быйыл ун бишенсе тапҡыр үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ике проект ҡаралды.
Тәүгеһе — йылына 80 мең кубик метр ҡеүәтле ағас эшкәртеү производствоһы булдырыу һәм МДФ һатыу проекты. Был заводты, шул иҫәптән Нефтекама ҡалаһын да индереп, өс ҡаланың береһендә эшләтеп ебәреү планлаштырыла. Проектты тормошҡа ашырыу һәм производствоны ойоштороу өсөн эшҡыуарға инвестор талаптарына тура килә торған ер участкаһы кәрәк. Хакимиәт вәкилдәре, үҙ сиратында, мөмкин булған бер нисә вариант тәҡдим итте, улар бөтәһе лә ҡараласаҡ. Шуларҙың береһе — Әмзә урман комбинаты, әлеге проектты тормошҡа ашырғанда ул икенсе һулыш алырға мөмкин.
Тәҡдим ителгән проекттың икенсеһе — БР “Һөт кухняһы” дәүләт автономиялы учреждениеһы продукцияһын таратыу пункты ойоштороу, ул шулай уҡ тура килгән муниципаль бина эҙләүҙе талап итә. Тәжрибәнән күренеүенсә, “Һөт кухняһы” продукцияһы Нефтекама халҡы күңеленә хуш килгән. Шуға бәйле, компания үҙ етештеүсәнлеген арттырырға планлаштыра.
Читайте нас