Ҡурай
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Май 2021, 10:00

Нефтекамала Татарстан педагогтарын ҡабул иттеләр

Нефтекаманың “Белем” полилингваль мәктәп-интернаты ҡунаҡтар ҡабул итте — уҡыу йортона күрше Татарстандың шундай уҡ уҡыу йорттарынан мәктәп директорҙары һәм уларҙың урынбаҫарҙары килде. Хеҙмәттәштәр сәфәренең төп маҡсаты — педагогик тәжрибә менән үҙ-ара уртаҡлашыу.

Әлеге ваҡытта мәктәптә 1-се кластан алып 4-се класҡа тиклем 400-гә яҡын бала белем ала. Фәндәрҙе өс телдә өйрәнәләр. Бөтә ғәмәли фәндәр, мәҫәлән, технология, тирә-яҡты өйрәнеү һәм һынлы сәнғәт — татар, гуманитар фәндәр — рус, ә техник фәндәр инглиз телендә уҡытыла. Татарстан мәктәптәрендә лә шундай уҡ системаға таянып эшләйҙәр. Әммә унда полилингваль мәктәптәр республикабыҙға ҡарағанда бер ни тиклем иртәрәк асыла башлаған. Шуға күрә, хеҙмәттәштәрҙең тәжрибәһе беҙҙең яҡ педагогтары өсөн бик мөһим.
Читайте нас