Ҡурай
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Июнь 2021, 11:30

Нефтекама “Бригантина”һына — 30 йыл!

Быйыл “Бригантина” лагеры барлыҡҡа килеүенең 30 йыллығын билдәләй. Үткән йыл, пандемия сәбәпле, лагерь үҙ тарихында тәүге тапҡыр балаларҙы ҡабул итмәне. Быйыл лагерь 28 июндә үҙ ишектәрен асасаҡ.

Быйыл “Бригантина” лагеры барлыҡҡа килеүенең 30 йыллығын билдәләй. Үткән йыл, пандемия сәбәпле, лагерь үҙ тарихында тәүге тапҡыр балаларҙы ҡабул итмәне. Быйыл лагерь 28 июндә үҙ ишектәрен асасаҡ.
Лагерҙы асыуға әҙерлек эштәре әлеге ваҡытта тулы ҡеүәттә бара. Хеҙмәткәрҙәр штаты тулыһынса тупланған тиерлек. Студенттар һәм эшсе йәштәр араһынан 38 вожатый Өфөлә “Дуҫтар” вожатыйҙар әҙерләү мәктәбендә махсус уҡыуҙар үткән. Уларҙан тыш, тәрбиәселәр, өлкән вожатыйҙар, физруктар, волонтерҙар, техперсонал буласаҡ. Шулай уҡ балалар хәүефһеҙлеге маҡсатында лагерь хеҙмәткәрҙәре коронавирустан вакциналау үткән.
Яңылыҡтарға килгәндә, пандемия сәбәпле, быйыл балаларға лагерь территорияһынан сығыу һәм ата-әсәләргә килеү тыйыла. Шуға ҡарамаҫтан, был йәйҙә буласаҡ бригантиндарҙы уйындар, оҫталыҡ дәрестәре, спорт саралары менән бай күңел асыу программаһы көтә.
Читайте нас