Ҡурай
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Июнь 2021, 10:58

Нефтекамала күп балалы ҡатын-ҡыҙҙарға “Әсә даны” миҙалы тапшырылды

Нефтекаманан ике күп балалы әсәгә ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ратмир Мәүлиев “Әсә даны” миҙалын тапшырҙы. Был юғары награда БР Башлығы указы буйынса тапшырыла.

Нефтекаманан ике күп балалы әсәгә ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ратмир Мәүлиев “Әсә даны” миҙалын тапшырҙы. Был юғары награда БР Башлығы указы буйынса тапшырыла.
Ике күп балалы ғаилә — Хәйбрахмановтар һәм Кәримовтар — әсәйҙәренә юғары дәүләт наградаһын тапшырыу тантанаһына тулы составта саҡырылды.
“Әсә даны” миҙалы менән бүләкләүгә балаларын тәрбиәләүгә намыҫлы һәм яуаплы ҡараусы, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыусы, балаларының сәләмәтлеген, белем биреү, физик, рухи һәм әхлаҡи үҫеше тураһында ҡайғыртыуҙы тейешле дәрәжәлә тәьмин итеүсе, ғаилә институтын нығытыуҙа һәм балалар тәрбиәләүҙә өлгө күрһәтеүсе күп балалы әсәләр тәҡдим ителә.
Читайте нас