Ҡурай
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Июнь 2021, 11:00

Ижади шәхес менән осрашыу

Нефтекаманың “Башҡорт ҡунаҡханаһы” мәҙәниәт үҙәгендә ҡаланың танылған шәхесе — БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Сәйлән” башҡорт фольклор студияһы етәксеһе Зилә Аҙнабаева менән ҡыҙыҡлы осрашыу үтте.

Тамашасы был юлы Зилә Рамаҙан ҡыҙын талантлы һәм үҙ һөнәренә ғашиҡ актриса, режиссер-сценарист (быға ул ғүмеренең 45 йылын бағышлаған) булараҡ түгел, ә журналист, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһының үҙ хәбәрсеһе, урындағы каналдарҙың алып барыусыһы булараҡ күрҙе.
Зилә Аҙнабаева журналист эше менән 30 йыл шөғөлләнә. Бөгөн дә республика гәзиттәре менән хеҙмәттәшлек итә. Кисәлә ул үҙенең уҡытыусыларын иҫкә алды, радио журналистикаһы барлыҡҡа килеү ҡыйынлыҡтары, ҡыҙыҡлы осраҡтар һәм һөнәр шатлыҡтары тураһында һөйләне.
Читайте нас