Ҡурай
0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Июнь 2021, 10:35

Айҙар Усмановтың исеме “Башҡортостан — таланттар хазинаһы” китабына индерелде

Нефтекама рәссамы, скульптор Айҙар Усманов — бихисап декоратив-ғәмәли сәнғәт эштәр авторы. Быйыл уның исеме “Башҡортостандың яратҡан рәссамдары” проектының “Башҡортостан — таланттар хазинаһы” китабына индерелде.

Китапҡа бөтәһе 50 кеше исеме индерелгән, уларҙың 40-ы проект сайтында халыҡ тауыш биреү юлы менән, ә уныһы эксперт комиссияһы тарафынан һайланған.
Рәссам билдәләүенсә, был уның өсөн көтөлмәгән хәл булған. Айҙар Усмановтың эштәре “Күренекле оҫталар, билдәле исемдәр” бүлегендә, “Таланттар. Декоратив-ғәмәли сәнғәт” номинацияһында тәҡдим ителгән.
Уның ағас һәм кейеҙ менән бергә эшләнгән әҫәрҙәре ҡала һәм республика күргәҙмәләренең биҙәге булып тора. Айҙар Фоат улы үҙенең эштәрендә башҡорт тәбиғәтен, мәҙәниәтен, көнкүрешен данлай. Авторҙың фантазияһы бик бай, ул эштәрен тәбиғи материалдарҙан ижад итә.
Читайте нас