Общие статьи
30 Июня 2021, 06:35

“Торпедо” стадионы яңыра

Нефтекамала “Торпедо” стадионында 40 млн һумлыҡ яһалма ҡатлам йәйелә.

Нефтекамала “Торпедо” стадионында 40 млн һумлыҡ яһалма ҡатлам йәйелә.
Яһалма үлән йәйеү тәүҙә күләмле реконструкция проектының өсөнсө сиратына ингәйне. Беренсе сиратында ябыҡ манежлы һул яҡ трибунаны үҙгәрткәндәр, уға 300 миллиондан ашыу аҡса тотонолған. Икенсеһенә лә күп сығым талап ителә. Уның ҡарауы, хәҙер үк футбол яланы һәм йүгереү юлына эшкә тотоноу мөмкинлеге тыуҙы.
— Футбол яланы “Спорт — тормош нормаһы” федераль программаһы ярҙамында тормошҡа ашырыла. Ҡайтарылған барлыҡ йыһаз комплексының хаҡы 40 миллион һумға яҡын, — ти Нефтекама ҡала хакимиәтенең физкультура, спорт һәм туризм комитеты рәйесе Назар Шәйәхмәтов.
Футбол яланында эштәрҙе тамамлау июнь аҙағына планлаштырылған. Шунан спортсылар стадионда күнекмәләрҙе башлай аласаҡ.
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас