

“Өфө” футбол клубы ошо көндәрҙә Нефтекама футболының 17 йәшлек тәрбиәләнеүсеһе Данил Әхәтов менән оҙайлы ваҡытҡа контракт төҙөүе тураһында иғлан итте.
Беренсе тренеры һәм остазы Рим Закирйәнов әйтеүенсә, Данил белгестәрҙең иғтибарын биш йыл элек үҙенә йәлеп иткән. 2016 йылда Нефтекама командаһы 2003 йылғылар араһында республика чемпионы булды һәм перспективалы футболсыға Өфөгә күсергә тәҡдим ителде. Артабан “Өфө” ФК йәштәр командаһы составында тағы бер дебют, “Өфө-2004” составында сығыш яһау булды.
Һәм бына Данил Әхәтовтың футбол карьераһының яңы дауамы.