Ҡурай
+16 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Общие статьи
24 Ноябрь 2021, 05:00

Бөтәһе лә боҙға

Нефтекамала шыуғалаҡтар әҙерләй башланылар. 16 боҙ майҙансығы ҡаланың төрлө мөйөштәрендә эшләй башлаясаҡ, шуларҙың 11-е асыҡ һауала буласаҡ. Шыуғалаҡтарҙың төп өлөшө йөрөргә теләгән һәр кемде бушлай ҡабул итәсәк. Башҡа осраҡтарҙа түләү символик буласаҡ.

Бөтәһе лә боҙғаБөтәһе лә боҙға
Бөтәһе лә боҙға

Нефтекамала шыуғалаҡтар әҙерләй башланылар. 16 боҙ майҙансығы ҡаланың төрлө мөйөштәрендә эшләй башлаясаҡ, шуларҙың 11-е асыҡ һауала буласаҡ. Шыуғалаҡтарҙың төп өлөшө йөрөргә теләгән һәр кемде бушлай ҡабул итәсәк. Башҡа осраҡтарҙа түләү символик буласаҡ.

— Түләүле шыуғалаҡтар Мираҫ эргәһендә — ҡала мәҙәниәт паркында һәм Балалар һәм үҫмерҙәр ижадын үҫтереү үҙәге янында. Бында ҙур булмаған сумма, 20-30 һум аласаҡтар. Был — боҙҙо тәртиптә тотор өсөн, — ти Назар Шәйәхмәтов, Нефтекама ҡала хакимиәтенең физик культура, спорт һәм туризм комитеты рәйесе.

Түләүле майҙансыҡтарҙа тимераяҡтарҙы прокатҡа биреү ойоштороласаҡ. Боҙҙа кешеләр һанын сикләү планлаштырылмай, ә бына спорт инвентаре биреү пункттарында бөтә эпидемиологик нормаларҙы үтәп хеҙмәт күрһәтәсәктәр. Шыуғалаҡтарҙы декабрь айы башында асасаҡтар.

Бөтәһе лә боҙға
Бөтәһе лә боҙға
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас