

17 ултырыу урыны булған яңы Ford Tranzit Нефтекамаға ҡайтарылды. Хәҙер был автобус спорт мәктәбенең автопаркында башҡа ике машина эргәһендә урын аласаҡ. Бер автобустың тиҙҙән эксплуатациялау ваҡыты сыға. Шуға күрә, был автобусты һатып алыу бик урынлы булды.
— Был Ford Tranzit — һуңғы моделдәрҙең береһе. Бирелә 17 ултырыу урыны бар. Улар хәүефһеҙлек ҡайыштары менән комплектланған, өс нөктәле. Тахограф, кондиционер, йылытыу системаһы бар, — тип һөйләне Нефтекама ҡала хакимиәтенең физкультура, спорт һәм туризм комитеты рәйесе Назар Шәйәхмәтов.
Балаларҙың күсмә ярыштары йыш үтеп тора. Кәмендә аҙнаға бер тапҡыр. Хәҙер сәфәрҙәр улар өсөн уңайлыраҡ буласаҡ.