

Ҡарман дәүләт район электр станцияһы (ДРЭС) янғын һүндереү-ҡотҡарыу бүлегенең автопаркы яңы машина менән тулыланды. Йыл башында уларға был бүләкте энергетиктар тапшырҙы.
Туғыҙ миллион һумлыҡ заманса янғын һүндереү автоцистернаһы барлыҡ кәрәкле ҡоролмалар менән тулыландырылған. Ҡарман ДРЭС-ы ҡотҡарыусылары Энергетикка, Шишмә һәм Киҫәкҡайын ауылдарына янғындарға сыға. Был урындарҙағы юлдарҙың сифаты инде янғын һүндереүселәр 20 йыл хәрәкәтләнгән ЗИЛ машинаһы йөрөшөн йыш ҡына ҡатмарлаштыра ине. Ә яңы техника артыҡ уңайһыҙлыҡтар тыуҙырмайынса ғына бригаданы илтеп еткерергә ярҙам итәсәк.
Янғын һүндереү-ҡотҡарыу бүлегендә 45 кеше хеҙмәт итә. Әлегә автопаркта өс еңел һәм бер ауыр типтағы автоцистерна, шулай уҡ автобаҫҡыс бар. Һәләкәттәргә бригада көн һайын сыға.