

Нефтекама Ҡала үҙәк китапханаһы педагогтар мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы бушлай уҡырға өйрәтә торған проектты тормошҡа ашырыу өсөн грант отто.
“Уҡыу шатлығы” курстары РФ Президентының мәҙәниәт, сәнғәт һәм креатив индустриялар өлкәһендәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн гранттар биреүгә тәүге конкурс сиктәрендә үтәсәк.
Өс ай эсендә (февралдән апрелгә хәтлем) 5 йәштән 7 йәшкә тиклемге 57 бала уҡый аласаҡ. Махсус белемле һәм күнекмәләр үткән китапханасылар уҡытасаҡ.
“Уҡыу шатлығы” курстары Нефтекамала 2013 йылдан башлап үткәрелә. Был ваҡыт эсендә уҡыуҙарҙы өс меңдән ашыу мәктәпкәсә йәштәге бала тамамлаған. Дәрестәр баланың аҡыл һәм хәрәкәтсән әүҙемлеген сиратлаштырып, уйын формаһында үтә.