Ҡурай
-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Февраль 2022, 11:15

Тере һүҙ

Нефтекама нефть колледжында нәфис һүҙ оҫтаһы Игорь Рожков менән “Яҙмышымдың ябай полотноһы” тип исемләнгән ижади осрашыу үтте.

Тере һүҙ
Тере һүҙ

Нефтекама нефть колледжында нәфис һүҙ оҫтаһы Игорь Рожков менән “Яҙмышымдың ябай полотноһы” тип исемләнгән ижади осрашыу үтте.

Игорь Вячеславович — театр һәм киноның профессиональ актеры, нәфис һүҙ оҫтаһы, “Ата-бабалар ауазы” төбәк-ара әҙәби-шиғри конкурсы, “Мин яратам һине, тормош!” республика фестиваль-конкурсы, “Башҡортостан Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре ижады” смотр-конкурсы лауреаты.

Осрашыу барышында Игорь Рожков үҙенең театр менән мауығыуы, был мауығыуының Эске эштәр министрлығы офицерының хеҙмәт эшмәкәрлеге менән нисек яраҡлашыуы тураһында һөйләне, тәжрибәһе һәм оҫталыҡ серҙәре менән уртаҡлашты. Уның репертуарында Е. Евтушенко, К. Симонов, П. Коган һәм башҡа танылған рус шағирҙары әҫәрҙәре менән биш тулы программа бар. Был юлы сәхнәнән В. Богатырев, Н.Рубцов, В.Высоцкий шиғырҙары яңғыраны.

Тере һүҙ
Тере һүҙ
Автор: Лилия Насртдинова   
Читайте нас