

Нефтекама автозаводы йыл һайын 3 меңгә яҡын пассажир автобусы сығарыу өсөн етештереү ҡеүәтен арттырырға планлаштыра. Был маҡсаттан 2022-2024 йылдарҙа йыйыу, буяу һәм иретеп йәбештереү цехтары этаплап модернизация үтәсәк. Финанслауҙың дөйөм күләме 4 млрд һумдан ашыу тәшкил итәсәк.
Үткән йылды "НефАЗ" 33 млрд һум килем менән тамамлаған. Предприятие заказсыларҙы 1787 пассажир автобусы, 339 электробус, шулай уҡ 3084 берәмлек ярымтағылма һәм тағылма техника менән тәьмин иткән.
Һуңғы ике йылда "НефАЗ"дың килем күләме 70 процентҡа артҡан. Етәкселек пландары буйынса ағымдағы йылда предприятиеның килеме тағы ла 11 процентҡа артырға һәм 36,7 млрд һум тәшкил итергә тейеш.