Ҡурай
-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Февраль 2022, 11:00

Баянсы-аккордеонсылар ярышты

Йәш башҡарыусыларҙың (баян, аккордеон) “Юниор” XI асыҡ төбәк-ара конкурсында Нефтекама ҡалаһының Балалар сәнғәт мәктәбе һәм Балалар музыка мәктәбе уҡыусылары призлы урындар яуланы.

Быйылдан башлап конкурс дистанцион форматта (видеояҙмалар буйынса) ике йылға бер тапҡыр һәм 5 йәштән 14 йәшкә тиклем 5 йәш төркөмө буйынса үткәрелә.

Быйыл конкурста Башҡортостан, Удмуртия республикалары, Пермь крайының 16 торлаҡ пунктынан 57 уҡыусы ҡатнашты.

Нефтекама ҡалаһын “Юниор” конкурсында Балалар сәнғәт мәктәбенең — 8 һәм Балалар музыка мәктәбенең 5 уҡыусыһы тәҡдим итте. Улар барыһы ла 2-се һәм 3-сө урындар яуланы.

Баянсы-аккордеонсылар ярышты
Баянсы-аккордеонсылар ярышты
Автор: Лилия Насртдинова   
Читайте нас