Нефтекама ҡала дауаханаһына ашҡаҙан-эсәк трактын тикшереү өсөн заманса эндоскоптар — икешәр колоноскоп һәм гастроскоп ҡайтарылды.
Fujinon фирмаһы йыһаздары “Онкология ауырыуҙары менән көрәш” проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә алынды. Заманса ҡорамал табип эшен еңеләйтәсәк эргономик конструкцияға һәм үткәреләсәк процедураларҙың етештереүсәнлеген арттырыусы күп функциялар спектрына эйә.
— Йыһаз файҙаланыуға тапшырылды ла инде, беҙҙең табиптар пациенттарҙы тикшерә башланы һәм медицина техникаһының юғары дәрәжәһен баһаланы. Заманса япон ҡорамалында тикшеренеү — эндоскопик процедуралар процесында ваҡ анатомик структураларҙы ентекле өйрәнеү мөмкинлеге ул, — тип билдәләне табип эндоскопист Азамат Низамов.