Нефтекама спортсылары төрлө ауырлыҡ категорияларында малайҙар һәм ҡыҙҙар араһында киокусинкай карате буйынса Удмурт Республикаһының асыҡ беренселегендә уңышлы сығыш яһаны.
Ярыштарҙа Чайковский, Сарапул, Ижау, Бәләкәй Пурга, Кизнер, Дулесово һәм Нефтекама ҡалаларынан спортсылар ҡатнашты. Нефтекама исеменән һигеҙ кешенән торған ҡаланың «Киокусинкай спорт федерацияһы» урындағы йәмәғәт ойошмаһы сығыш яһаны.
Ярыштар ҡыҙыу барҙы — үҙ категорияларында көслө көрәшселәр асыҡланды. Һәр спортсы яҡшы әҙерлек, хәрби рух һәм еңеүгә ынтылыш күрһәтте.
Һөҙөмтәлә, үҙҙәренең йәш һәм ауырлыҡ категорияларында Злата Әҙелшина һәм Радмир Мөхәмәтнуров чемпион булды. 2-се урында — Камил Сафин һәм Рөстәм Мөхәмәтнуров, ә 3-сө урында — Әмир Әхәтов.