Ҡурай
-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
31 Март 2022, 14:43

Нефтекамала юлдарҙағы соҡорҙарҙы ямау башланды

Ҡала округы юлдарын йәйге осорға әҙерләйҙәр — юлдарҙың ҡаты өҫлөгөн  ремонтлау башланды. Ҡала округының дөйөм майҙаны 30 137 кв.м булған урамдарҙың соҡорҙарын ямау планлаштырыла.

Ағымдағы йылда соҡорҙарҙы ямау өсөн сауҙа уҙғарылған. Уның барышында подрядсы — «Танып» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте билдәләнде. Муниципаль контракттың суммаһы 40 миллион һум тәшкил итә.

Шул иҫәптән ихаталарҙа дөйөм майҙаны 3 000 кв.м етешһеҙлектәре булған соҡорҙарҙы ямау буйынса эштәр башҡарыу планлаштырыла. Быға 4 миллион һум аҡса бүленәсәк. Ремонт адрестары «Инцидент» төбәк системаһына йүнәлтелгән мөрәжәғәттәрҙән билдәләнгән.

Хәҙерге ваҡытта идара итеүсе компаниялар көсө менән ихаталарҙа соҡорҙарҙы ямау тураһында мәсьәлә ҡарала.

Нефтекамала юлдарҙағы соҡорҙарҙы ямау башланды
Нефтекамала юлдарҙағы соҡорҙарҙы ямау башланды
Автор: Лилия Насртдинова   
Читайте нас