

Нефтекаманың «Торос» хоккей командаһы Спорт-үҫмерҙәр мәктәбе тәрбиәләнеүселәре сираттағы тапҡыр «Мехуборка» федераль компаниялар төркөмөнән яңы форма алды.
Был уйын миҙгелендә «Мехуборка» компаниялар төркөмө һәм уның «Дюртюлимелиоводстрой» бүлендек компанияһы «Торос» хоккей клубы Спорт-үҫмерҙәр мәктәбе тәрбиәләнеүселәренең яңы формаһын тегеүгә ярҙам итте.
«Торос» командаһына өс йәш төркөмө өсөн 80 комплект форма тапшырылды (2010, 2011, 2012 йылдарҙа тыуғандар). Унан алданыраҡ команда ошондай уҡ 111 комплект алғайны.
Яңы форма «Салауат Юлаев»тың юниорҙар командаһы кейгән форманы тәьмин итеүсе тарафынан тегелгән. Был — Континенталь хоккей лигаһының иң ҡәтғи стандарттары буйынса тегелгән заманса спорт формаһы. Формала «Торос» хоккей клубы һәм «Мехуборка» компанияһының бағыусылар логотиптары урынлаштырылған.