Рәсәй юлдарында йәйәүлеләр өсөн үткәүелдәр өс йыл дауамында төҙөкләндерелә. Нефтекамала ла һары-аҡ һыҙаттың технологик төрө барлыҡҡа килде.
Үткәүелдәр махсус ҡуйылған проекторҙар ярҙамында яҡтыртыла, шуға уларҙы «проекция үткәүелдәре» тип атайҙар. Яҡтыртыу датчиктары булған был проекторҙар светофор таяуҙарына беркетелә. Һөҙөмтәлә, бындай система көндөҙ электр энергияһын ҡулланмайынса, тәүлектең ҡараңғы ваҡытында ғына эшләйәсәк. Бынан тыш, һауа торошо боҙолған ваҡытта һәм ҡышын йәйәүлеләр өсөн үткәүел 150 метр оҙонлоҡта күренеп торасаҡ.
Бындай «зебра»ларҙың төп маҡсаты - граждандарҙың именлеге һәм юл-транспорт фажиғәләре һанын кәметеү. Йәйәүлеләр өсөн үткәүелдәр яҡтыртыу проекты «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла.