-5 °С
Болотло
«Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты сиктәрендә «Стимул» программаһы буйынса Ленин урамында юл төҙөлә.
Төҙөлөш майҙансығын ағастарҙан таҙартыу эштәре башҡарылған, тупраҡ-үҫемлек ҡатламы алынған, ҡоҙоҡтар һәм ямғыр канализациялары ҡуйылған, ваҡ таш һибелгән һәм асфальт түшәү эштәренә әҙерләнгән.
Проект Михайловканы ҡала менән лайыҡлы транспорт бәйләнеше менән тоташтырырға мөмкинлек бирәсәк. Ә киләсәктә юл Ижевск яғынан Нефтекама үҙәгенә инеү ҡапҡаһы булып торасаҡ.