+8 °С
Ясно


Октябрҙә Мәскәүҙә II Бөтә Рәсәй класс етәкселәре форумы үткәрелә. Унда Нефтекама ҡалаһынан педагог Зимфира Йосопова ла ҡатнашасаҡ.
Форумда ҡатнашыуға бөтә илдән 64 мең уҡытыусы, шул иҫәптән колледждарҙағы төркөмдәрҙең кураторҙары заявка биргән. Конкурс йомғаҡтары буйынса финалға 1300 уҡытыусы саҡырылған, уларҙың 25-е - Башҡортостандан. Бөтә Рәсәй форумында ҡатнашыусылар араһында Нефтекама ҡалаһының республика инвалид балаларға дистанцион белем биреү үҙәге педагог-психологы Зимфира Йосопова ла бар.