-1 °С
Болотло
«Башнефть» компанияһының 90 йыллығы һәм Нефтекама нефть колледжының 60 йыллығы айҡанлы, уҡыу йорто биләмәһендә күп функциялы асыҡ спорт майҙансығы асылды.
«Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте Нефтекама ҡалаһының яҡын дуҫы булып тора. Тап уның ярҙамында һәм берлектә финанслау менән полилингваль мәктәптең уҡыу корпусы асылды, яңы майҙанда ҡоро фонтан төҙөлдө.
Хәҙер Нефтекама нефть колледжы базаһында яңы күп функциялы асыҡ спорт майҙаны асылды. Быйыл колледжға 60 йыл тула, һәм был уның өсөн ҙур бүләк.