Общие статьи
20 Октября 2022, 06:07

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артистары

Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары - йырсы Иршат Ҡарасурин һәм балет артисы, «Түңгәүер» бейеү ансамбле солисы Юнир Шәрифуллин –  «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булдылар.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артистарыБашҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артистары
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артистары

Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары - йырсы Иршат Ҡарасурин һәм балет артисы, «Түңгәүер» бейеү ансамбле солисы Юнир Шәрифуллин –  «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булдылар.

1998 йылда Юнир Нефтекама филармонияһына осраҡлы ғына, саҡырыу буйынса эләгә. Әйткәндәй, ул “түңгәүер”ҙәрҙең беренсе составынан бик аҙҙарҙың береһе, әле лә бейеүен дауам итә.

- Бейеү минең өсөн - йәшәү рәүеше, бейеүһеҙ бер көн дә йәшәй алмайым, - ти Юнир.

- Минең тормошом - йырҙарҙа, - тип Иршат. Уның уңыштары нигеҙендә - сикһеҙ эшһөйәрлек, ныҡышмалылыҡ, үҙ-үҙенә һәм репертуарына талапсанлыҡ ята. Ул төрлө телдәрҙә иркен йырлай һәм композиторҙарҙың ҡатмарлы әҫәрҙәрен башҡара.

Артистарҙың таланты, хеҙмәт һөйөүсәнлеге һәм яратҡан эшенә тоғролоғо менән улар ижади йәштәр өсөн лайыҡлы өлгө булып тора.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артистары
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артистары
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас