Ҡурай
-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Октябрь 2022, 12:57

Рәссамдар - һуғыш тураһында

Нефтекаманың «Мираҫ» картиналар галереяһында «1812 йылғы Ватан һуғышы Башҡортостан һәм Рәсәй рәссамдары әҫәрҙәрендә» күргәҙмәһе асылды. Ул  8 ноябргә тиклем дауам итәсәк.

1812 йылғы Ватан һуғышында еңеү Рәсәй халҡының героик тарихында иң сағыу ваҡиғаларҙың береһенә әүерелә. Унда башҡорт батырҙары ла ҡатнашып, дан ҡаҙана.

Күргәҙмә ошо хәл иткес ваҡиғаның 210 йыллығына арналған. Ул М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы йыйылмаһынан Башҡортостан һәм Рәсәй һынлы һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталарының әҫәрҙәрен үҙ эсенә ала.

Рәссамдар - һуғыш тураһында
Рәссамдар - һуғыш тураһында
Автор: Лилия Насртдинова   
Читайте нас