Ҡурай
0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Октябрь 2022, 13:10

Йәш нефтекамалар киноға төштө

Өфөлә «Травница» фильмының премьераһы булды, унда Нефтекаманан йәш актерҙар уйнаны.

Йәш нефтекамалар киноға төштө
Йәш нефтекамалар киноға төштө

Өфөлә «Травница» фильмының премьераһы булды, унда Нефтекаманан йәш актерҙар уйнаны.

Фильм режиссёрҙар Регина Ғәлиәкбәрова һәм Альбина Басырованың «Бөтә балаларға кино» балалар ижади берекмәһе тарафынан төшөрөлгән. Проектты Нефтекама ҡалаһы хакимиәте, «Асы» шифаханаһы һәм «Айғыр» тау приюты хуплаған.

Өфө театр һәм кино актёры Камил Шириязданов «Травница» фильмының идеяһы уның күңеленә хуш килеүен билдәләне.

- Һуғыш ветераны Салауат Вәхит улының роле тап минең өсөн яҙылған кеүек булды. Фильм геройҙарын иҫ киткес талантлы балалар уйнаны. Фильмды төшөргән команда ла берҙәм һәм алсаҡ булды. Фильм төшөрөлгән майҙансыҡта яҡшы, шатлыҡлы һәм илһамлы мөхит хөкөм һөрҙө. Нефтекама ҡалаһының кино мәктәбе етәкселәренә һәм фильм авторҙарына ихлас рәхмәтемде белдерәм. Ошондай шәп һәм яҡшы фильмдарҙы күберәк төшөрөгөҙ! - тип билдәләне ул.

Йәш нефтекамалар киноға төштө
Йәш нефтекамалар киноға төштө
Автор: Лилия Насртдинова   
Читайте нас