

Нефтекамала II Башҡортостан Республикаһы милли инновацион мәктәптәре директорҙарының форумы үтте.
БР Мәғариф министрлығы вәкилдәре, республиканың милли мәктәптәре етәкселәре, юғары уҡыу йорттары, колледж уҡытыусылары полилингваль күп профилле мәктәп-интернатта, башҡорт гимназияһында булды һәм Нефтекама уҡыу йорттарының эш системаһы менән танышты.
Бынан тыш, форумда ҡатнашыусылар өсөн тренинг-интенсивтар, уҡытыу семинарҙары, фекер алышыуҙар ойошторолдо.
Форумда ҡатнашыусылар туған телдә белем биреү проблемаларын һәм перспективаларын, шулай уҡ профиль алды һәм профилле уҡытыу, уңышлы һөнәри йүнәлеш биреү мәсьәләләрен тикшерҙе.