+17 °С
Облачно


Нефтекама ҡалаһының «Башҡорт гимназияһының матур йыйылмаһы» «Хәүефһеҙ бала саҡ юлы» республика КВН конкурсы финалында еңеү яуланы.
Төбәк уйындарында еңеү яулаған 12 команда иң яҡшы команда исеменә дәғүә итте. Улар: Баймаҡ, Ишембай, Бишбүләк, Өфө, Учалы, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Салауат, Бәләбәй райондарынан, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Өфө ҡалаларынан.
Командалар сәләмләү, капитандар һәм фристайлдар конкурстарында сығыш яһаны.
Бөтә этаптар һөҙөмтәләре буйынса Нефтекама ҡалаһының «Башҡорт гимназияһының матур йыйылмаһы» командаһы абсолют еңеүсе булды!