«Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы етәкселеге Нефтекама пассажир автотранспорт предприятиеһына «НефАЗ» маркалы ҙур класлы ете яңы автобус тапшырҙы.
Өфө филиалдарынан һуң Нефтекама пассажирҙар ташыусы автотранспорт предприятиеһы хеҙмәтләндерелгән маршруттар һаны буйынса өсөнсө булып тора, ә уларҙың һаны - 50-гә яҡын. Көн һайын предприятие водителдәре 25 меңгә яҡын пассажир ташый, йылына уларҙың һаны 10 миллионға етә. Шулай уҡ Яңауыл районында мәктәп уҡыусыларын йөрөтөүҙе тәьмин итеү ҡала филиалының тағы ла бер пилот проекты булып тора. Әммә автобустарҙың туҙыуы, һәм, нәтижәлә, уларҙың ватылыуы линияла автобустарҙың етешмәүе тураһында хәбәр итә.
Һуңғы тапҡыр ҙур класлы машиналар урындағы филиалдың автопаркына 2014 йылда тапшырылған. Газ станцияһының булмауы автопаркты яңыртыуҙың оҙаҡҡа һуҙылыу сәбәптәренең береһе була. БР Башлығы Радий Хәбиров ярҙамы менән был мәсьәлә хәл ителде һәм газ-мотор яғыулығында эшләгән яңы автобустар үҙен оҙаҡ көттөрмәне.
«НефАЗ» маркалы ҙур класлы бөтә ете машина ла навигация системалары, кондиционерҙар һәм заманса хәүефһеҙлек системалары менән йыһазландырылған. Бынан тыш, автобус салонында мобиль телефондар зарядкаһы өсөн ҡоролма бар, һәм был ҡала автотранспорты менән ҡулланыусылар өсөн тағы бер ҡыуаныслы яңылыҡ.