Ҡурай
-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Ноябрь 2022, 12:02

Наградалар менән ҡайттылар

Нефтекама спортсылары фитнес-аэробика буйынса Рәсәй кубогында һәм Бөтә Рәсәй ярыштарында уңышлы сығыш яһаны.

Наградалар менән ҡайттылар
Наградалар менән ҡайттылар

Нефтекама спортсылары фитнес-аэробика буйынса Рәсәй кубогында һәм Бөтә Рәсәй ярыштарында уңышлы сығыш яһаны.

Ярыштар Мәскәүҙә уҙҙы. Унда илебеҙҙең 18 субъектынан 450-нән ашыу спортсы ҡатнашты. Нефтекаманан Мәғариф идаралығының Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе командалары сығыш яһаны.

Тренерҙар Татьяна Вәлиева, Татьяна Бутусова һәм Дина Аптыкаева етәкселегендәге «Арт-Данс» һәм «Инфинити» Рәсәй йыйылма командалары «Аэробика» дисциплинаһында «Балалар», «Кадеттар», «Юниорҙар» йәш категорияларында һәм «Аэробика 5 кеше» дисциплинаһында «Кадеттар» категорияһында дүрт 1-се урын алды. Ә өлкәндәр командаһы «Аэробика» дисциплинаһында бронза миҙал яуланы.

Был ярыштар декабрь башында Мәскәүҙә үтәсәк халыҡ-ара ярыштарға әҙерлек этабы булып тора.

Наградалар менән ҡайттылар
Наградалар менән ҡайттылар
Автор: Лилия Насртдинова   
Читайте нас