

Нефтекама ҡалаһының Балалар һәм йәштәр ижады һарайы республика конкурсында «Балалар махсус (профилле) лагерҙар һәм төрлө тематик йүнәлештәге балалар лагерҙары» номинацияһында 1-се урын яуланы.
«Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы балалар ялы һәм сәләмәтләндереү ойошмаһы» исеменә смотр-конкурс һауыҡтырыу кампанияһы йомғаҡтары буйынса республика райондары һәм ҡалаларынан балаларҙың, йәштәрҙең ялын иң яҡшы ойоштороусыларҙы йыл һайын асыҡлай һәм дәртләндерә.
Ойоштороусылар мәғлүмәте буйынса, еңеүселәр һәм призерҙар Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының ҡиммәтле бүләктәре һәм грамоталары менән бүләкләнәсәк.