Нефтекама ҡалаһы ҡала округының йыйылма командаһы Республика ир-егеттәр спорт фестивале-2022 сиктәрендә ярыштарҙа (Стәрлетамаҡ ҡалаһы) дөйөм команда иҫәбе буйынса 1-се урын яуланы.
Фестиваль программаһына дартс, тупты кәрзингә ырғытыу һәм ГТО нормативтары: бейек перекладинала күтәрелеү, урындан һикереү, һ.б., ә аҙаҡтан команда эстафетаһы уҙҙы.
Ярыштарҙа Башҡортостан Республикаһының 14 иң яҡшы командаһы ҡатнашты, 60-тан ашыу ҡатнашыусы булды. Нефтекама ҡалаһының йыйылма командаһы дөйөм команда иҫәбе буйынса 1-се урынға сыҡты. Командала Осман Рөстәмов, Тимур Ғәниев, Динар Әнүәров һәм Виктор Юминский сығыш яһаны.