Общие статьи
8 Декабря 2022, 07:45

Ижади идеялар студияһы эшләй башланы

Нефтекама ҡалаһының үҙәк балалар китапханаһында «Про100Шедевр» ижади идеялар студияһы ойошторолдо. Был үҙенсәлекле мөхиттә теләгән һәр кем ижади эшмәкәрлек менән шөғөлләнә ала.

Ижади идеялар студияһы эшләй башланыИжади идеялар студияһы эшләй башланы
Ижади идеялар студияһы эшләй башланы

Нефтекама ҡалаһының үҙәк балалар китапханаһында «Про100Шедевр» ижади идеялар студияһы ойошторолдо. Был үҙенсәлекле мөхиттә теләгән һәр кем ижади эшмәкәрлек менән шөғөлләнә ала.

Бында ниндәй ҙә булһа сәнғәт менән танышырға йәки өйрәнергә, мәҫәлән, балсыҡтан һауыт-һаба әүәләү йәки тәжрибәле оҫта етәкселегендә үҙенең картинаһын буярға теләгән фекерҙәштәр йыйыла.

Бында «Имбирь перәниктәрен биҙәү» тәүге оҫталыҡ дәресе ойошторолдо. Сарала ҡатнашыусылар имбирь перәниге составына ингән серле ингредиенттар, перәник эше традициялары хаҡында белде. Балалар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән перәниктәрҙе биҙәне, төрлө төҫлө һибелмәләр менән матурланы һәм татлы сувенирҙар төргәкләне.

Ижади идеялар студияһы эшләй башланы
Ижади идеялар студияһы эшләй башланы
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас