Общие статьи
9 Декабря 2022, 06:45

«НЕФАЗ» йәмғиәте - «Алтын йөҙлөк»тә

Нефаз автобусы «Производство-техник тәғәйенләнештәге продукция» номинацияһында конкурс еңеүсеһе һәм «Алтын йөҙлөк» дипломына лайыҡ булды.

«НЕФАЗ» йәмғиәте - «Алтын йөҙлөк»тә«НЕФАЗ» йәмғиәте - «Алтын йөҙлөк»тә
«НЕФАЗ» йәмғиәте - «Алтын йөҙлөк»тә

Нефаз автобусы «Производство-техник тәғәйенләнештәге продукция» номинацияһында конкурс еңеүсеһе һәм «Алтын йөҙлөк» дипломына лайыҡ булды.

Өфөлә ВДНХ-ЭКСПО майҙансығында «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» программаһының 25-се Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы уҙҙы. НЕФАЗ конкурсҡа газ двигателле НЕФАЗ-5299-0000040-57 ҡала автобусын тәҡдим иткән. Ул бынан алда «Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары» республика конкурсы еңеүсеһе тип танылып, федераль этапта ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә булды.

Нефаз автобусы «Производство-техник тәғәйенләнештәге продукция» номинацияһында конкурс еңеүсеһе һәм «Алтын йөҙлөк» дипломына лайыҡ булды. Генераль директор Владимир Курганов «Сифат өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн» почет билдәһе менән бүләкләнде, ә сифат буйынса директор Инна Соколова «Сифат отличнигы» билдәһенә лайыҡ булды.

«НЕФАЗ» йәмғиәте «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» конкурсында даими ҡатнаша, быйылғы еңеү «НЕФАЗ» өсөн ун етенсеһе булды.

Шулай уҡ 2022 йылғы «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» программаһы йомғаҡтары буйынса «НЕФАЗ» йәмғиәтенә «Импортты алмаштырыуҙағы уңыштары өсөн» тигән юғары награда тапшырылды. Бүләкләү тантанаһы 9 декабрҙә Мәскәүҙә үтәсәк.

«НЕФАЗ» йәмғиәте - «Алтын йөҙлөк»тә
«НЕФАЗ» йәмғиәте - «Алтын йөҙлөк»тә
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас