Ҡурай
-9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Ғинуар 2023, 13:47

Нефтекамала биологик таҙартыу ҡоролмалары реконструкцияланасаҡ

Быйыл Нефтекамала тағы ла бер федераль проект - коммуналь инфраструктураны үҫтереү комплекслы программаһы тормошҡа ашырыласаҡ. Уның сиктәрендә биологик таҙартыу ҡоролмаларын реконструкциялау башлана. Яңыртылғандан һуң үткәреү ҡеүәте 3 тапҡырҙан күберәккә артасаҡ.

Нефтекама ҡалаһы үҫешә, һыуҙы таҙартыу өсөн ҙур ҡеүәт тә кәрәк. Шуға күрә иҫке канализация насос станцияһын реконструкциялау мәсьәләһе бер нисә тапҡыр күтәрелде. Ул 1962 йылда файҙаланыуға тапшырылған һәм ул саҡта төҙөлә башлаған ҡасабаны хеҙмәтләндереүгә иҫәпләнгән булған, хәҙер иһә бөтөнләй икенсе ысынбарлыҡ. Күләмле ҡеүәттәр кәрәк. Шуға күрә яңыһын төҙөргә ҡарар ителде.

Һәм бына процесс башланды. Подрядсылар билдәләнгән, осрашыуҙар уҙғарылған, улар алдында аныҡ эш планы тора. Хәҙер подрядсыларға эштәрҙе билдәләнгән ваҡытҡа тамамлап өлгөрөү генә түгел, ә, тәү сиратта, быны сифатлы һәм оҙаҡ йылдарға етерлек итеп башҡарыу мөһим.

Нефтекамала биологик таҙартыу ҡоролмалары реконструкцияланасаҡ
Нефтекамала биологик таҙартыу ҡоролмалары реконструкцияланасаҡ
Автор: Лилия Насртдинова   
Читайте нас