Ҡурай
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Ғинуар 2023, 11:20

Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле

Ғ.Камал исемендәге татар дәүләт академия театрында ХХII «Иҙел йорт» төбәк-ара театр коллективтары конкурсының еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Бүләкләнеүселәр араһында нефтекамалар ҙа бар.

1998 йылдан башлап «Иҙел йорт» конкурсы йыл һайын Татарстан Республикаһынан һәм Рәсәй төбәктәренән театр коллективтарын йыя.

Күп йылдар дауамында был конкурста Нефтекаманан «Без» татар халыҡ театрының үҙешмәкәр артистары ҡатнаша. Быйыл бүләкләнеүселәр араһында «Без» татар халыҡ театрының үҙешмәкәр артисы Рәмзиә Зиннәтуллина («Кәләш әйттергәндә» спектаклендә Мәҙинә роле өсөн «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» дипломы) һәм «Без» театры режиссеры Ильмира Алетдинова («Кәләш әйттергәндә» спектакле өсөн ҡатнашыусы дипломы) бар.

Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле
Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле
Автор: Лилия Насртдинова   
Читайте нас