Ҡурай
0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Февраль 2023, 11:12

Еңел атлеттар яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән

Нефтекама ҡалаһы спорт мәктәбенең һигеҙ спортсыһы Волга буйы федераль округы беренселегендә ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән.

Еңел атлеттар яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән
Еңел атлеттар яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән

Нефтекама ҡалаһы спорт мәктәбенең һигеҙ спортсыһы Волга буйы федераль округы беренселегендә ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән.

Ярыштар Ульяновск ҡалаһында ике йәш категорияһы буйынса уҙған: 20 йәшкә тиклемге егеттәр һәм ҡыҙҙар, 18 йәшкә тиклемге егеттәр һәм ҡыҙҙар. Ярыштарҙа Татарстан, Башҡортостан, Мари, Мордва, Удмурт, Сыуаш республикаларынан, Пермь крайынан, Киров, Түбәнге Новгород, Пенза, Һамар, Һарытау, Ырымбур һәм Ульяновск өлкәләренән 500-ҙән ашыу иң көслө еңел атлеттар ҡатнашҡан.

Ярыш йомғаҡтары буйынса Виктор Яншаев 3000 метр арауыҡта көмөш призер булған, Әнүәр Сәлиев 800 һәм 1500 метр арауыҡта - дүртенсе, Руслан Юдин 3000 метрлыҡ арауыҡта бишенсе булған.

Хәҙер еңел атлеттар Рәсәй беренселегенә әҙерләнә.

Еңел атлеттар яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән
Еңел атлеттар яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән
Автор: Лилия Насртдинова   
Читайте нас