Нефтекамаға республиканың алдынғы юғары уҡыу йорттары вәкилдәре килде - улар буласаҡ абитуриенттар менән осрашып, үҙҙәренең уҡыу йорттары, ҡабул итеү кампанияһы һәм студенттарҙы ҡабул итеү үҙенсәлектәре тураһында һөйләне.
Был осрашыуҙар йолаға әүерелде. Нефтекама филармонияһының залы тулы ине: Нефтекама уҡыусыларынан тыш, һөнәри йүнәлеш биреү буйынса осрашыуға Краснокама, Ҡалтасы, Борай, Яңауыл райондары, шулай уҡ Ағиҙел, Яңауыл һәм Дүртөйлө уҡыусылары килде.
Рәсми өлөштән һуң уҡыусылар өсөн республика вуздарының презентация майҙансыҡтары ойошторолдо, һәр кем уҡыу йорто вәкилдәренә, ҡабул итеү комиссиялары ағзаларына үҙ һорауҙарын бирҙе.