

Нефтекамала ҡаланан сыҡҡан студенттар менән форум үтте. Унда ҡала хакимиәте һәм предприятиелары вәкилдәре ҡатнашты.
Осрашыу барышында хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Илфат Минәжев студенттарҙы, уңайлы йәшәү һәм карьера төҙөү урыны булараҡ, ҡала менән таныштырҙы, уларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе. Айырыуса студенттарҙы, юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң Нефтекамаға ҡайтып, ниндәй ярҙам аласаҡтары, унда бизнесты үҫтереү еңелме, тигән һорауҙар ҡыҙыҡһындырҙы.
Артабан студенттарҙы бай интерактив программа көттө, ул ҡала учреждениелары һәм предприятиелары буйлап экскурсиялар менән тамамланды.