Нефтекама ҡалаһының 7-се мәктәбе капиталь ремонттан һуң 1634 уҡыусыға үҙ ишектәрен асты.
Белем биреү учреждениеһына капиталь ремонт былтыр башланып, «Мәғарифты үҫтереү» программаһы сиктәрендә Рәсәй Президенты башланғысы менән мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау федераль программаһы ярҙамында башҡарылған.
Ремонт эштәре ысын мәғәнәһендә ғәйәт ҙур башҡарылған. Бөтәһе лә яңыртылған: ҡыйыҡ, канализация, торбалар, электр үткәргестәр. Капиталь ремонттан һуң мәктәп ярайһы уҡ үҙгәргән, ул бөтә заманса талаптарға яуап бирә, сиратта - йылытыу системаһын, асфальт япмаһын, ҡойманы, матди-техник базаны, спорт инвентарын яңыртыу.