Өфөлә өҫтәл теннисы буйынса физкультура-спорт йүнәлешле өҫтәмә белем биреү ойошмалары уҡыусылары араһында Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының команда беренселеге үтте. Нефтекама командаһы 1-се урын яуланы.
Ярыштарҙа республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан 14 команда ҡатнаша. Нефтекаманы мәғариф идаралығы Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең өҫтәл теннисы бүлеге тәрбиәләнеүселәре (тренеры Р. Нурғәлиев) тәҡдим итә.
Ярыш һөҙөмтәләре буйынса Нефтекама командаһы 1-се урын яулай. Команда 2022/2023 уҡыу йылында физкультура-спорт йүнәлешле өҫтәмә белем биреү ойошмалары уҡыусылары араһында 19-25 июндә Кемерово ҡалаһында үтәсәк Бөтә Рәсәй спартакиадаһында Башҡортостан Республикаһы йыйылма командаһы составында «өҫтәл теннисы» спорт төрөндә республика исеменән сығыш яһаясаҡ.