Ҡурай
-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Март 2023, 11:56

Нефтекамала Президент гранттары фонды аҡсаһына «Ябай әйберҙәр» проекты ғәмәлгә ашырыла

«Ябай әйберҙәр» проекты инвалид йәштәрҙең социаль әүҙемлеген арттырыуға һәм тормошон яйға һалыуға йүнәлтелгән. Ул социаль-көнкүреш реабилитациялау һәм ял итеү йүнәлештәрен үҙ эсенә ала.

Социаль-көнкүреш яраҡлашыуы сиктәрендә балалар ябай кешеләргә күренмәгән ябай нәмәләргә өйрәнә. Мәҫәлән, гигиена мәсьәләләрен, мессенджерҙарҙа аралашырға өйрәнәләр, магазиндарҙа әйберҙәр һатып алалар. Ял итеү реабилитацияһы сиктәрендә балалар өҫтәл уйындары уйнай һәм үҙ-ара килешеп эш итергә өйрәнә. Ошо маҡсатта ойошма инвалидтар өсөн махсус әҙерләнгән адаптив өҫтәл уйындары һатып алған.

Проектта инвалид булған 30-лаған кеше ҡатнаша. Грантты тормошҡа ашырыу ваҡыты тамамланған, әммә дәрестәр дауам итәсәк. «Был беҙҙең эшебеҙ генә түгел, был беҙҙең тормошобоҙ ҙа», - тип билдәләй проект авторҙары.

Фото: Нефтекама ҡалаһы инвалидтар йәмғиәте архивынан.

Нефтекамала Президент гранттары фонды аҡсаһына «Ябай әйберҙәр» проекты ғәмәлгә ашырыла
Нефтекамала Президент гранттары фонды аҡсаһына «Ябай әйберҙәр» проекты ғәмәлгә ашырыла
Автор: Лилия Насртдинова   
Читайте нас