Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Март 2023, 14:25

Нефтекамала уҡыусылар ГТО тапшырҙы

Нефтекамала дөйөм белем биреү ойошмалары уҡыусылары араһында “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы фестиваленең төбәк этабы уҙҙы.

Фестивалдә бөтә республиканан 31 команда ҡатнаша, улар - 9-17 йәшлек 248 уҡыусы. Конкурста ҡатнашыусылар электрон ҡоралдан атыу, алға эйелеү, оҙонлоҡҡа һикереү, ҡулдарҙы бөгөү һәм йәйеү, кәүҙәне күтәреү, 60 метрға йүгереү һәм саңғы ярыштарында көс һынаша.

Нефтекама ҡалаһы командаһы, Стәрлетамаҡтан ҡатнашыусыларҙан ҡалышып, 2-се урын ала, ә Күмертау ҡалаһы командаһы 3-сө урынға лайыҡ була.

Нефтекамала уҡыусылар ГТО тапшырҙы
Нефтекамала уҡыусылар ГТО тапшырҙы
Автор: Лилия Насртдинова   
Читайте нас